Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

«Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!»

Һәр кемгә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле. Хәтерҙә ошо матур, гүзәл осор тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана.
Биксән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ошонда тыуып үҫкән гүзәл заттар өсөн сағыу бала саҡҡа ҡайтыу байрамы ойошторҙо . Ауылда тыуып үҫеп, бала саҡта төрлө уйындар уйнап, белем алып, артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» тип аталған күңелле һәм матур сараға йыйылды. Байрам ауыл мәҙәниәт йортонда башланды. Мәҙәниәт йорто алдында тирмә, мул өҫтәл табыны әҙерләнде. Билдәләнгән ваҡытҡа алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар, ауылда йәшәүселәр байрамға йыйылды.
Сараға йыйылған ҡунаҡтар башта изге йорт-мәсеткә барып, әрүәхтар рухына, Ринат һәм Илһам хәҙрәттәрҙән доға ҡылдырҙы. Был минуттарҙа һәр кем мәрхүм булған яҡындарын һағышланып иҫкә төшөргәндер, моғайын.
Артабан, бала-саҡтың бөйөк хазинаһы булған, тыуған мәктәбеҙгә дауам итте юлыбыҙ. Бында беҙҙе хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ көтә ине. Мәктәп директоры Раушания Иҙрис ҡыҙы Ваһапова ҡунаҡтарҙы йылы һүҙҙәр менән сәләмләгәндән һуң,ҡунаҡтар мөғжизәле донъяға барып сумды.Мәктәп музейында ниндәй генә экспонаттар , мәғлүмәт юҡ унда. Шулай ҙа ололар фотоһүрәттәр янында булды күберәк, сөнки унда уларҙың дәртле йәшлеге ине. Тырыш ағай-апайҙарҙың “Коммунар” колхозында ал-ял белмәй эшләгән ваҡыттарын, ул сөгөлдөр утарға йөрөһөндәрме, ул ырҙында иген таҙартһындармы, ул һыйыр һауһындармы, ул ауыл урамы буйлап гармун уйнап уҙһындармы, онотолмай берҙә ул ваҡыт. Көнләшерлек йәшлек булған уларҙа. Эх, бер генә минутҡа булһа ла ҡайтып әйләнһәң ине лә бит… Белем усағы янында урынлашҡан Ветерандар аллеяһына сәскә һалғанда, яугирҙәребеҙ өсөн, күңелдең нескә ҡылдары тирбәлде. Таш өҫтөндәге яҙыуҙарҙа,барыһы ла олатайҙары, бабаларын исемдәрен күҙләне. Тағы ла бер хисләндерҙе был минуттар.
Ауыл клубы урамында, ауылдаштар ҡушылып әҙерләгән, татлы ризыҡтар менән тәмле итеп сәй эсеп алғандан һуң, ҡыҙҙарҙың, йөрәк ауаздары яңғыраған йыр-моң иленә сумдылар. Килгән барлыҡ ҡунаҡтар ҙа ижади “күстәнәс” менән һыйланы. Ҡыҙҙарҙы ҡотларға ауылдашыбыҙ, БСТ каналының алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова, мәҙәниәт бүлегенән Фәнил Магафур улы Кинйәғолов, Филүсә Рәсүл ҡыҙы Әминева,Һайран ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Мигәдәт улы Валиевтар килделәр. Бейеү, йыр, шиғыр менән аралашып барҙы кисә. Әйтер һүҙҙәр, һөйләйһе яңылыҡтар бик-бик күп йыйылған шул. Шуға бер тынала һәр бер сығыш яһаусыны хуплап ҡаршыланы халыҡ.
Ҡыҙҙар менән күрешеү яҡты иҫтәлек булып ҡалды. Яҡташтарҙы осратыу минуттары, гел шулай татлы ғына булып торһон ул. Ҡәҙерен белер өсөн… Бер осрашыу-үҙе бер ғүмер икәнде ономаҫ өсөн…
Ә кис ауыл мәҙәниәт йортона дискотекаға йыйылып, йәш саҡтарын иҫкә алып, бейеште, йәшлек йырҙарын йырланы. Байрам 70-се һәм 80-се йылдар дискотекаһы менән тамамланды. Таңға тиклем тиерлек музыка, күңелле көлөшөүҙәр һәм йырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бихисап сағыу һәм онотолғоһоҙ тәьҫораттар алды.