Мәҙәни усаҡ яңы төҫ алды
Капиталь ремонттан һуң Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының мәҙәниәт йорто асылды.
1983 йылда файҙаланыуға тапшырылған клуб бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған була.
2022 йылда капиталь ремонт үткәреүгә ғариза бирелә. Конкурс һайлап алыуҙы «Мәҙәни мөхит» федераль проектының «Мәҙәниәт»милли проекты сиктәрендә Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт Министрлығы уҙғарҙы.
Яңыртылған мәҙәниәт усағы яҡты һәм уңайлы булып ҡалды.
Сығанаҡ: «Торатау» гәзите сайтыанан