Аҙнайҙар ҡап һуғалар
Ишембай районының Аҙнай ауылында Берғамыт йылғаһы буйында һалабаш һалып, йүкә һыҙырып, ҡап һуғып балаларға боронғо һөнәрҙе күрһәткәндәр.
Ауыл клубы мөдире Нурзидә Солтанова әйтеүенсә, бының өсөн ауылдан хатта боронғо ҡап һуғыу станогын да табып, төҙәтеп алғандар.
Оҫталарҙы ла ситтән эҙләп йөрөмәгәндәр. Уларҙың береһе Минзилә Хәйруллина менән беҙгә лә һөйләшеү форсаты тейҙе.
Алты-ете йәштәрҙә атайыма ҡап һуғырға ярҙам итә инем. Был һөнәрҙең нескәлектәрен шул ваҡыттан беләм. Мәктәптә төштән һуң уҡығас, шуңарсы биш ҡап һуғып китә инек. Бала саҡта өйрәнгән һөнәр онотолмаған. Ярты быуатлап ваҡыт үткәс, Фирҙәүес һеңлем менән әлеге байрамда ошо эште иҫкә төшөрөп, бер ҡапты өс сәғәт буйы һуҡтыҡ. Бәләкәйҙә өлкәндәргә ярҙам итеп, эшләшеп үҫкән мәлдәр күҙ алдына килеп, илай-илай башҡарҙыҡ был эште, — тип һөйләне Минзилә апай.
Ҡап һуғыу өсөн алдан йүкәһен әҙерләүҙең дә үҙ тәртибе: йүкә ағасын ҡырҡып, ҡабығын аҡтарып һыуға һалалар, унда ул айлап ятып серергә тейеш, аҙаҡ ҡабығынан йүкәһен аҡтарып алып ҡап һуғыу өсөн ҡулланалар. Элек унан сабата, атҡа ябыр өсөн септә үргәндәр, арҡан ишкәндәр.
Тәбиғи әйберҙәргә яңы һулыш биреп, халыҡ кәсептәренә йән өрә аҙнайҙар. Берғамыт буйында “һалабаш һалыу” байрамы киләсәктә йолаға әйләнер әле.
Фото: Аҙнай ауылы клубы архивынан.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите сайтыанан
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-31/a-nay-ar-ap-u-alar-2929607