pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Һалдатты хөрмәтләп оҙаттылар

Ҙурлап ҡаршы алырға ла яҙһын!

Ишембай районының Ҡарайған ауылы мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан һалдатты оҙатыу кисәһе уҙҙы. Осрашыу бик йылы килеп сыҡты.

”Мәхмүт” позывнойлы яугирҙең Уҡытыусылар байрамы уңайынан тәүге уҡытыусыһына сәскә гөлләмәһе бүләк итеүе, егеттең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөү йылы күңел тәьҫораттары ҡалдырҙы. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе Нәзирә апайҙың ауылдан махсус хәрби операциялағы барлыҡ һадаттарға иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡыуы ла урынлы булды.

Мәҙәни үҙәктә эшләп килгән “Гөлнәзирә” төркөмө яугирҙәргә күстәнәскә һалмалар ҙа ҡырҡып әҙерләп ҡуйған. Башҡа ауылдаштар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Ауылдаштарының йылы теләктәре тыуған еренән  ситтә йөрөгәндә лә яугирҙең күңелен йылытып торор.

 

Фото: ауыл хакимиәтенән алынды.

Автор:Резеда Шәнгәрәева.

«Башҡортостан” гәзитенән: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-10-08/aldatty-h-rm-tl-p-o-attylar-3470414?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500