АУЫЛДАШТАР КҮРКӘМ БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫ
19 ноябрҙә Этҡол күп функциялы клубында Әсәйҙәр көнө алдынан матур һәм мөһим сара үтте. Унда Аҙнай, Уразбай һәм Юғары Этҡол ауылдарынан махсус хәрбиоперацияла хеҙмәт иткән, геройҙарса һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре шәхсән саҡырылды.
Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов герой әсәләрен Әсәйҙәр көнө менән ҡотлап, теләктәрен еткерҙе. Художестволы үҙэшмәкәрлек ағзалары – Зөлфиә Яҡупова, Сәлимә Ихсанова һәм башҡалар концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
— Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар көслө ихтыярлы, сая, сабыр. Һеҙгә ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға яҙһын, — тип мөрәжәғәт итте Илгизәр Плюр улы. – Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, беҙ уларҙы бөтә ауыл менән һағынып, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Сәй табынынан һуң яугир әсәләре үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, йырҙар башҡарҙы, бер-береһен матур итеп ҡотланы.
— Ватан алдында бурысын намыҫлы үтәгәндә һәләк булғандар һәр саҡ район халҡының хәтерендә йәшәйәсәк. Әсәйҙәргә балалары, ейәндәре хаҡына имен-аман, сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, — тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе Этҡол ауылы халҡы.
Сығанаҡ: «Торатау» гәзите