Этҡол ауылында “Ҡаҙ өмәһе” үтте
Этҡол ауылының күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Яҡупова Зөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙынан ихата йортонда «Ҡаҙ өмәһе» үткәрҙе. «Ҡаҙ өмәһе» — башҡорттарҙың традицион байрамы, ул аралашыу, күңел асыу һәм үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге булып тора. Өмә — бергәләп башҡарылған эш, ул туғандарҙы һәм күрше-күләнде берләштерә, яҡынайта, уңғанлыҡҡа өйрәтә.
Ҡаҙ өмәһенә күрше-күлән һәм туғандар менән йыйылыу, үҙе бер ҙур байрам булып тора, ауыл тормошоноң бер йолаһы. Кискә матур кейемдәр кейеп ашҡа йыйылыу — был да үҙенсәлекле бер йола. Уңған хужабикә ҡаҙ майында ваҡ бәлештәр, тәбикмәк һәм башҡа төрлө ризыҡтар әҙерләне. Мул итеп өлөштәрен һалып, аштар ашатып, тәмле сәйҙәр тәҡдим ителде.
Этҡол ауылының күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре ошо байрамды үткәреүгә ризалыҡ биргән хужабикә Зөлфиә апайға һәм уның ғаиләһенә ҙур рәхмәт белдерә.
Сығанаҡ: Этҡол ауылы күп функциялы клубы