pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Өйрәк өмәһе — милли йолаларҙың һаҡланышы

Ҡаҙ, өйрәк өмәһе – халҡыбыҙҙың муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Борондан килгән йолабыҙ бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килә. Өйрәк өмәһе – ҡошто салып таҙартыу, аралашыу, күңел асыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булып тора.

Бындай өмәләргә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки өйрәк йолҡоу оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егеттәр салып, ите йомшаҡ һәм тәмле була.

Муллагильдиндар ғаиләһендә өйрәк өмәһе шаулап-гөрләп үтте. Бергә эшләү, йырлап, матур теләктәр теләп, байрам атмосфераһын булдыра.

Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, уңған өмәселәр эште тиҙ һәм уңышлы башҡарҙы. Өмәләр гөрләп уҙа икән, тимәк, милли йолаларыбыҙ юғалмай, быуындан-быуынға күсә.
Сығанаҡ: ӘХМӘР АУЫЛЫ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО