Алаҡайҙар «Уңыш байрамын» билдәләне
Алаҡай ауылы клубында «Уңыш байрамы» үтте. Ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре йәй буйы уҫтергән уңыштарын күрһәттеләр. Быйыл йәшелсәләрҙең уңышы бик яҡшы булды: бәрәңге, ҡабаҡ, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, һуған, һарымһаҡ — барыһы ла матур һәм сәскә атҡан. Йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашып, үҙҙәренең тәжрибәләре менән бүлештеләр. Сара аҙағында бешереп килтерелгән тәмле-тәмле бәлештәр менән сәй табыны ойошторолдо, унан һуң күңелле әңгәмәләр булды.
Һәр ваҡыт тормоштоң матурлығын тойоп, шатлыҡ, ҡыуаныс һәм бәхет менән йәшәргә яҙһын!
Сығанаҡ: Алакаевский сельский клуб