Иҫәкәй ауыл клубында “Эх, бигерәк тәмле бәрәңге!” байрамы уҙҙы
20 сентябрҙә Иҫәкәй ауыл клубында башҡорт халҡы кухняһына арналған “Эх, бигерәк тәмле бәрәңге!” исемле байрам уҙғарылды. Картуф, йәғни бәрәңге, ер алмаһы тип тә йөрөтәләр. Атамаһы төрлө булһа ла, был аҙыҡты көнкүрештә һәр кем киң ҡуллана.
Сара барышында яратҡан ризығыбыҙҙың тыуған иле, беҙҙең яҡҡа килеп сығышы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән таныштырылды. Ауылдаштарыбыҙ байрамға буш ҡул менән килмәне, уларҙың әҙерләгән кәтлит, бәрәмәстәр, ҡыҫтыбый, бәлеш, бәрәңге пельмене, салаттар һәм башҡа тәмлекәстәр байрам табынында үҙ урындарын алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлашып, бер-береһенә һорауҙар биреп, кәңәштәр алды. Бындай саралар ауыл халҡының берҙәмлеген һәм милли йолаларын һаҡлауға булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: Иҫәкәй ауылы клубы