Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Биксәндәр байрам ойошторҙо

“Ҡарға бутҡаһы» байрамы – башҡорт халыҡының иң популяр яҙғы байрамдарының береһе.
Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға, улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Элегерәк уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған.
Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Биксән мәҙәниәт йорто алдында халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторҙыҡ. Ул көндө матур итеп кейенгән балалар һәр йортҡа инеп, бутҡа бешереү өсөн ярма, һөт, май, шәкәр йыйып, уйын-көлкө менән кешеләрҙе байрамға саҡырып йөрөп сыҡҡан. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә йыйылған. Улар үҙҙәре менән дөйөм байрам табынына төрлө тәмлекәстәр, ҡаймаҡ, эремсек, бәлеш, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бал алып килгән. Ҙур ҡаҙан аҫып, тәжрибәле, өлкән инәйҙәр бутҡа бешерә башлаған. Ямғырҙарҙың яуып тороуын, уңыштарҙың мул булыуын теләп, доға уҡыған.
Байрамдың иң өлкән ҡунаҡтары, ауылдың ағинәйҙәре йыйылыусыларға байрамдың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләгән һәм уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырырға тырышҡандары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, үҙ-ара көс һынашты. Ярыштар араһында көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу кеүектәре лә булды.Олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Шулай уҡ күмәкләшеп йырҙар йырлап, бейешеп, таҡмаҡтар әйтешеп, күңел астылар.
Ул арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыҡты. Тәмле бутҡа һәм самауыр ҡуйылғас, бөтәһе лә табын артына ултырышты. Йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ, һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән – ергә, һыу бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен тигән теләк менән икенсеһен – һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен тигән теләк менән өсөнсө тәрилкәне һауаға атанылар. Тик шунан һуң ғына бутҡаны табындағыларға таратылды. Ә улар таралышҡанда инде: «Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!», – тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡтыҡ. Был көндө уларға ла өлөш мул эләкте.

Байрамдан видеоөҙөк https://vk.com/id468613444?w=wall468613444_1341%2Fall

Сығанаҡ: https://vk.com/id468613444?w=wall468613444_1339%2Fall