Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Биксән ауылы мәҙәниәт йортонда Римма Баймурзинаның китап туйы үтте

Биксән ауылы мәҙәниәт йортонда Римма Баймурзинаның китап туйы үтте.

Римма апай Баймурзина – сығышы менән Биксән ауылы ҡыҙы, уның бала – сағы, йәшлек йылдары  ошо Биксән ауылында үткән. Әле ул ҡалала йәшәһә лә, йәнтөйәген бер ҙә онотмай.  Тыуған ауылының гүзәл тәбиғәте, эшһөйәр халҡы, үҙенең баласаҡ хәтирәләре тураһында китап сығарған.  “Тыуған яҡтан алам дәрт-дарман” тип аталған сараға шағирәнең ижадташ дуҫтары һәм шиғыр һөйөүселәр йыйылды.

Сығанаҡ: Биксән ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөнән https://vk.com/id468613444