Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына ҡарата сара үтте

Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына ҡарата сара үтте. Кисәгә Ҡанаҡай урта мәтәбендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан вҽтҽран уҡытыусылар саҡырылды. Ветеран уҡытыусылар ихлас күнелдән хәтирәләре менән бүлештеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр, уйындарҙа ҡатнаштылар.

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәжрибәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло һәләт. 2023 йылдың Педагог һәм Остаз йылы тип иғлан ителеүе уҡытыусы алдына оло яуаплылыҡ өҫтәй һәм бөгөнгө көндә лә был һөнәрҙең бөйөк булыуын иҫбатлай. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

 

Ҡанаҡай ауылы клубы төркөмөнән: https://vk.com/httpsvk.comid231790843