Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Кинйәкәй ауылы халҡы МХО-ға сираттағы ярҙамын юллаған

Ошо көндәрҙә Кинйәкәй ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатынан аҡса йыйыуҙы ойошторҙо. Тиҙ арала 40 меңгә яҡын аҡса йыйылып, яугирҙәребеҙгә көндәлек кәрәкле әйберҙәрҙе ауылдашыбыҙ Ильдар Хисамутдинов менән сығып алып та ҡайттыҡ. Посылкаларға эске кейемдәр, носки, шапка, бирсәткәләр, медикаменттар, балта, сүкеш, бәләкәй газ плиталары, гигиена әйберҙәре һ.б. кәрәкле әйберҙәр һалдыҡ. Балалар һалдаттарға матур эстәлекле хаттар яҙҙы, Минибикә апай, һалдаттарыбыҙҙы һаҡлап йөрөтһен тип изге доғалар һалды. Бар ауыл халҡына берҙәм булыуҙары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Яугир ир-егеттәребеҙ тиҙ арала ғаиләләренә иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар!

Сығанаҡ: Кинйәкәй ауылының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмө https://vk.com/club119257514