Әхмәрҙә Халыҡ-ара ауыл ҡатын ҡыҙы көнөн билдәләнеләр
15 октябрь – Халыҡ-ара ауыл ҡатын ҡыҙы көнө. Был байрам 2008 йылдан алып билдәләнә. Уның маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау.
Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ.
Ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатындар тотоп тора барыбер ҙә ауыл тормошон (ир-егеттәр бер үк үпкәләмәһен). Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, йәғни, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә – ауылдың ҡото улар. Ошо байрам көнөнә арнап ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Мәҙәниәт йортона саҡырылды. Йыйылыусыларға оҫта бешереүсе, ҡунаҡ өҫтәлдәре әҙерләүсе Райхана Өлфәт ҡыҙы башҡорт милли ризығы баллы бауырһаҡ бешереү серҙәрен асты. Теләүселәр күрше ауылдан килеүсе парикмахер Зифа Таштимер ҡыҙынан сәстәрен матурлатты, киҫтерҙе. Байрам аҙағында баллы бауырһаҡ менән сәй табыны ойошторолдо.
Минзилә Муллагильдина, Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.
Автор фотолары.