pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Алтын көҙҙөң оло байрамы — ололар көнө

Эй, һеҙ башҡорт әбейҙәре…
Сәсегеҙгә аҡ ҡарҙар ҡунһа ла,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә.
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап,
Һоҡланырлыҡ донъя көтөргә.
Йыл һайын ололар көнөн үткәргәндә күңелдәргә әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынланыу , шатлыҡ, һағыш та тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдағы йылдарҙа клуб иҙәнен дер һелкетеп бейегән инәйҙәрҙең күбеһе  арабыҙҙа юҡ инде. Байрамға килә алмаған оло быуын кешеләрен өйҙәренә барып ҡотланыҡ.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашыбыҙ Аллабердин Илдустың әсәһенә Ишембай муниципаль районы хәкимиәте бүләген тапшырҙыҡ.

Ауыл клубында ололарға арналған байрам концерты булды. Ауыл советы депутаты Вахитов Р.Н. ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап , ололарға байрам бүләге тапшырҙы.

 

Галима Ишморатова, Яңы Һәйет ауылы клубы мөдире

Автор фотолары.