Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Биксәндә уҡытыусылар осрашты

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәжрибәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло һәләт.

2023 йылдың президент тарафынан Педагог һәм Остаз йылы тип иғлан ителеүе уҡытыусы алдына оло яуаплылыҡ өҫтәй һәм бөгөнгө көндә лә был һөнәрҙең бөйөк булыуын иҫбатлай. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

30 сентябрь Биксән урта мәктәбендә Педагог һәм Остаз йылына арналған бик матур сара үтте. Сараға Биксән урта мәктәбен төрлө уҡыу йылдарында тамамлап, яҙмыштарын уҡытыусы һөнәренә бағышлаған ҡыҙҙарыбыҙ, ветеран уҡытыусыларыбыҙ һәм дә мәктәбебеҙҙең бөгөнгө көн уҡытыусылары йыйылған ине. Осрашыуға республикабыҙҙа билдәле булған шәхестәр Салауат Илгиз улы менән Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Кирәевтар килеүе, мәртәбә өҫтәне. Эйе, беҙҙең мәктәбебеҙ ғорурланырлыҡ уҡыусылары бар уның! Һәм улар бихисап, ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ беҙҙә.

Тормош бер урында тормай. Ниндәйҙер һөнәр юғала, йә булмаһа, заман талаптарына бойһонған яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре – мәңгелек, сөнки уҡытыусы илен үҫтергәндәй, байыткандай, кәрәк саҡта йәнен аямай яҡлаған граждандарҙы тәрбиәләй.

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ, беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.

Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрамығыҙ менән!

 

Гөлнара Садыҡова, Биксән ауылы клубы мөдире