Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

“Олоғайыу – үҙе ҙур бәхет”

Һәр йыл һайын октябрҙең беренсе көнөндә ауылыбыҙҙың оло быуын вәкилдәрен ҙурлап хөрмәт белдерәбеҙ. Быйыл да  Түбәнге Әрмет ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған “Олоғайыу – үҙе ҙур бәхет” концерт программаһы тәҡдим ителде.

Әрмет ауылының хакимиәт башлығы Шәһиев Әнүр Әҙһәм улы өлкән быуын кешеләрен изге байрамдары менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө теләне. Шулай уҡ быйыл үҙҙәренең күркәм ғүмер байрамдары 70-йәшлек юбилейҙарын билдәләп үткән ауылдаштарыбыҙ ҙа кисәгә саҡырылған ине. Ауыл хакимиәт башлығы уларҙы күркәм юбилейҙары менән ҡотлап иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советы ағзаһы Рәхимова Рәмилә Барый ҡыҙы ла байрамда ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Шамил Самигуллин һәм Авзал Гутов тамашасыларға дәртле гармун көйҙәрен бүләк итте. Миләүшә Мирхәйҙәрова мәүлет айына бағышлап мөнәжәт әйтеп ишеттерҙе. Зилә апа Шәрипова башҡарыуында ололарҙың йәш саҡта яратып йырлаған йырҙары яңғыраны. Мәрзиә Лутова, Рима Усманова ҡотлау сәләмдәрен матур йырҙар аша еткерҙе. Фәүзиә Ғөбәйҙуллинаның дәртле бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде.

Күтәренке кәйефкә ҡоролған кисә, тәмле сәй өҫтәле артында дауам итте. Күңелдәре булған әбей-бабайҙар өҫтәл артында күңел асып, бергәләшеп йырлашып ултырҙылар.

 

Илүзә Хәлитова, Түбәнге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто мөдире

Автор фотолары.