pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Иҫәкәй ауыл клубында Өлкәндәр көнөнә арналған байрам үтте

Йылдар үтә , тиеп борсолмағыҙ-
Йылдар үтеү бер ни түгел ул.
Һау- сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү-
Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул!

Байрамға килеүселәр барыһы ла матур теләктәр теләп һүҙ тоттолар. Иң өлкән йәштәге Нәзирә апай Калимуллина моңло йырынан һуң, Кутлиахметов Әхмәт ағай, Кутлиахметов Даян, Иршат Аккулов, Мөнирә апай Искандарова, Нурия Мавлеткуловалар бер-бер артлы матур теләктәр теләнеләр. Альфира Насибуллина өлкәндәргә арналған шиғыр уҡып ишеттерҙе, Хакимова Рәмилә ауылдың үткән һәм хәҙерге тормошо тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләп китте. Рәмзиә Рахимованан әлбиттә йырлы бүләк булһа, Ғаяз Аминов ҡурай моңдарын яңғыратты. Гармун көйҙәренә бейешеп тә алдыҡ.
Концерт һуңынан йыйылыусылар өсөн тәмле сәй табыны ойошторолдо.
Байрамға килеүселәргә яҡшы тәҫьораттар менән, иҫәнлектә-һаулыҡта ғына осрашыуҙар теләп таралышты.

Шулай уҡ, ауыл Советы хәкимиәте менән берлектә, оло быуын вәкилдәрен өйҙәренә барып ҡотланыҡ.

 

Мәҙинә Алтынбаева, Иҫәкәй ауылы клубы мөдире

Автор фотолары.