Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Әбейҙәр сыуағында – тәбиғәт ҡосағында

Көҙҙөң дә бар бер матур мәле: 

Тәбиғәт үҙгәрә ҡайһы арала?
Нур һибә әбейҙәр сыуағы,
Аяҙ көндәре йәйгә ҡайтара.

 

 

Беҙҙең Алмалы ауылында йылдан йыл ҡабатланып килгән матур йола бар. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, балалар, көҙгө әбейҙәр сыуағында яланға сығалар.

Йоланы дауам итеп, тәбиғәтебеҙҙең сыуаҡ көнөндә быйыл да Ҡушбүләк яланына сыҡтыҡ. Инәйҙәр илгә, ауылға  именлек, балаларға бәхет-һаулыҡ, тәүфиҡ һорап теләктәр теләнеләр. Роза Хәбибуллина, Миңлегөл Хөснетдинова, Рәүфә Ғиниәтуллиналар моңло тауыштары менән байрамды биҙәнеләр. Асия Хаирова шиғырҙар һөйләһә, Ҡәнифә Суфиянова килеүселәрҙе таҡмаҡ әйтеп бейетте. Байрам һәр кем үҙе килтергән тәмлекәстәр менән еҙ самауырҙан сәй эсеү менән тамамланды.

 

Рәйлә Мусина, Алмалы ауылы клубы мөдире.

Автор фотолары.