“Башҡортостан Корчагины” — Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортонда Ибраһим Ғиззәтуллиндың хәтер кисәһе уҙҙы.
Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ, яҙыусы Ибраһим Ғәзизулла улы Ғиззәтуллиндың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостан Корчагины” исемле хәтер кисәhе уҙҙы.
Әрмет ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Әҙһәм улы Шәһиев кисәне асып, ауылдаштарҙы тәбрикләне. «Ибраһим Ғиззәтуллиндың әҙәбиәткә индергән өлөшөн замандаштары юғары баһаланы” – тине ул.
Ибраһим Ғиззәтуллиндың тормош юлы hәм ижады хаҡында бәйән итер өсөн сәхнәгә пенсионер уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы Байбулдина Наилә Минебай ҡыҙы күтәрелде.
Яҙыусының шиғырҙары менән Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге Әрмет урта мәктәбе уҡыусылары таныштырып үтте.
Әрмет ауыл хакимиәтендә эшләп килгән ветерандар советы рәйесе Жәмилә Нәғим ҡыҙы Ғөбәйҙуллина уҙенең сығышында
“Йырҙар яратты Ибраһим ағай, оҡшатҡан йырҙары байтаҡ ине уның. Ә шулай ҙа иң яратҡаны “Зөләйха” ине” — тине. Ауылдашыбыҙ Миләүшә Хисамова Шамил Сәмиғуллиндың баянына ҡушылып “Зөләйха” йырын йырлап ишеттерҙе.
Түбәнге Әрмет ауыл мәҙәниәт йортоноң «Ынйыҡайҙар» хореография түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр тамашасының күңеленә хуш килде.
Ибраһим Ғиззәтуллиндың ҡыҙы Зилә Ибраһим ҡыҙы Асҡарова хәтер кисәһен ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ата-әсәһенең яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште.
Кисә “Әхирәттәр” фольклор ансамбле башҡарыуында Ибраһим Ғиззәтуллин шиғирына, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Вәлитов Түрйән Ғәтиәт улы ижад иткән “Әрмет буйы бигерәк матур” һәм “Әрметемдең матурлығы” йырҙары менән үрелеп барҙы.
Илүзә Хәлитова, Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе
Фотолар https://vk.com/album-140866543_299381931