Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Тыуған илде һаҡлау – изге бурыс

23 сентябрь көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда “Тыуған илде һаҡлау –  изге бурыс” тигән кисә үтте. Кисәгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, әлеге көндә сираттағы ун көнлөк ялына ҡайткан ауылдашыбыҙ Әбсәләмов Радмир Руслан улы, уның ата-әсәһе, туғандары һәм мәктәп уҡыусылары саҡырылған ине.

Алып барыусы егетте сәхнәгә саҡырып, уның менән таныштырып үтте, һорауҙар бирҙе. Радмир махсус хәрби операция тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, уҡыусы балалар биргән һорауҙарға яуап бирҙе. Егетебеҙ хәрби операцияла 2022 йылдың февраль айынан ҡатнаша, 2022 йылдың декабрь айында “хеҙмәттәге отличиеһы өсөн” медален алһа, 2023 йылдың август айында Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығынан “Георгий Жуков” медале менән бүләкләнә.

Залда ултырыусылар егеткә хеҙмәтендә уңыштар, исән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләне.

Донъяларыбыҙ имен булып, егеттәребеҙ иҫән- һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын!

Рима Шәфиева, Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Автор фотолары.