Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

“Йылдың йомарт миҙгеле” – Этҡол ауылы күп функциялы клубында уңыш байрамы үтте

Көҙ уҙенең алтын төҫө менән генә түгел, муллығы менән дә ҡәҙерле миҙгел.
Хезмәт һөйгән халыктың, күп көс һалып үстергән уңыштарын йыйып алып, эш итеп, урынлаштырып ҡуйыуы үҙе бер күңелгә кинәнес, иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра.

21 сентябрь Этҡол ауылы күп функциялы клубы территорияһында, көҙ эштәрен йомғаҡлап, “Йылдың йомарт миҙгеле” тип аталған уңыш байрамы үтте. Ауылыбыҙҙың дәртле апайҙары, еңгәләре был сараға дәртләнеп, бешеренеп-төшөрөнөп, үҙҙәренең хеҙмәт көстәрен-уңыштарын күргәҙмәгә алып килделәр.

Көҙгө байрам менан ҡотлап, Көҙһылыу һутланып бешкән алмалар тараткандан һуң, емеш, йәшелсәләргә ҡағылышлы йомаҡтар әйтте, уйындар үткәрҙе.
Таланттарға бай ауылдаштарыбыҙ был байрамды ла йыр-моңһоҙ үткәрмәне. Әҙебаева Рәзилә апайыбыҙ өҙҙөрөп йыр йырлаһа, еңгәбеҙ Ғәйфуллина Шәһиҙә үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Әлмөхәмәтова Рәсимә апай ошондай байрамдарҙың мөһим һәм кәрәк икәнен әйтеп, бындай осрашыуҙар аралашыуға бер сәбәп булыуын дәлилләп үтте. Ә Имәнғолова Рәйлә апайҙың йәшелсәләрҙән эшләгән ҡул эше ижадына һоҡланмай мөмкин түгел ине.

Клуб алдын яңғыратҡан дәртле бейеү көйҙәре уңған апайҙарҙың күңелен ҡанатландырып, үзенән-үҙе бейергә әйҙәне.

Байрамдан һуң тәмле сәй менән һыйланып, бер өҫтәл артында ғәпләшеп сәй эсеп, ил-көнгә тыныслыҡ, барыбыҙға ла һаулыҡлы ғүмер, бәхетле киләсәк теләп, тағы осрашырға яҙһын тигән теләктә таралыштыҡ.

Ғәниә Ғильфанова, Этҡол ауылы күп функциялы клубының художество етәксеһе.

Автор фотолары.