«Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ»- Яңы Һәйеттә фольклор байрамы уҙҙы
Ҡатыҡ ҡойҙоҡ ҡаҙанға
Ҡатыҡҡа ике аҙна.
Ҡатыҡ ҡайнай ҡаҙанда,
Ҡабармай болғағанда.
«Ағы барҙың — туғы бар» ти беҙҙең халыҡ мәҡәле. 6 сентябрь көнө Яңы Һәйет ауыл клубында ағинәйҙәр менән берлектә «Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ» исемле фольклор байрамы уҙҙы. Ағинәйҙәр йәш килендәр менән ҡорот ҡайнатыу серҙәре менән бүлеште. Көҙгө ҡатыҡҡа ҡаймаҡ туғып балаларҙы һыйланылар, ҡороттан да ауыҙ иттеләр.
Фотолар «Яңы Һәйет ауыл клубы” төркөмөнән.