Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары үткәрелгән

Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
Байрамда уйын-көлкө, донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынған.
17 июнь Аҙнай ауылы эргәһендә, Ишембай районы- Һабантуйы гөрләп уҙҙы.
Башҡа һәйбәт миҙгел йолалары кеүек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Унда яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһалды, алдынғыларҙы бүләкләү ойошторолды.