Яҙыусы ауылдашыбыҙ Әмир Гәрәевтың тыуыуына 95 йыл
Кисәгә яҙыусының һеңлеһе Разия Сәлимгәрәй ҡыҙы ла саҡырылғайны. Разия апай үҙенең ағаһы тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты.
«Яҡты эҙе, яҡшы эше ҡалды» тигән темаға доклад менән Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, пенсионер уҡытыусы Наилә Минебай ҡыҙы Байбулдина сығыш яһаны. Ветерандар советы рәйесе Йәмилә Нәғим ҡыҙы ла иҫтәлектәр менән бүлеште.
Кисә барышында шулай уҡ Фәниә Латыйп ҡыҙы менән Әмир Сәлимгәрәй улы яратып башҡарған «Имәндәр шаулай «йырын Миләүшә Хисамова башҡарҙы.
Әмир Сәлимгәрәй улы диңгеҙ флотында 5 йыл хеҙмәт иткән . Ул бер-бер артлы матрос ,старшина, мичман ,кесе лейтенант званияларын ала. Әмир ағай биергә лә яратҡан.Элек матрос булып хеҙмәт иткән ағайыбыҙҙы хөрмәтләү йөҙөнән Усманова Регина башҡарыуында моряктар бейеуен тамашасылар яратып ҡабул итте. Миләүшә Мирхәйдәрова шағир , элекке матрос Ирек Кинйәбулатовтың Әмир ағайҙы һағынып яҙған » Тоям һине һәр саҡ эргәлә» тигән шиғырын тулҡынланып һөйләне.Уның шиғырында түбәндәге юлдар бар ине.
Һиндә моряк булған өсөн микән
Тәү күреүҙән тотош аңланым
Һин дә мине ағай тиҙ танының
Туғаныңдай күреп һанланың.
Яҙыусының ҡатыны Фәниә апай Латыйп ҡыҙы операларҙан арияларҙы ла ,халыҡ йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарған. Әле лә «Әмир ағайығыҙҙы юҡһынған мәлдәремдә уның яратҡан йырҙарын йырлап ,күңелемде баҫам «-ти ул. Шуны искә алып » Әхирәттәр клубы» ағҙалары Әмир ағай Гәрәевтың яратҡан йыры «Хәтирә» не ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙылар. Яҙыусының ижадына арналған китаптар күргәҙмәһен кисәлә ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар. Китапханала уҙғарылған ауылдашыбыҙ, яҙыусы Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәевтың тормышы һәм ижад юлына арналған кисә ҙур уңыш менән тамамланды.
Кисәлә ҡатнашыусыларга ҙур рәхмәт.