26 февраль көнө Ишембай ҡалаһы Ленин исемендәге майҙанда район һәм ҡала халҡы ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау сараһы “Масленица” байрамына йыйылды
Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто ла был сарала әүҙем ҡатнашты.Өҫтәлдәребеҙ төрлө ҡоймаҡтарҙан һығылып тора ине. Ауылдаш апайҙарыбыҙ 18 төрлө ҡоймаҡ бешереп ебәрҙе.“Ҡоймаҡтар” конкурсында ҡатнашып өсөнсө урын алһаҡ, самауырҙар конкурсында “Иң этник самауыр”призына лайыҡ булдыҡ.
Ҡоймаҡ оҫталары- ауылдаштарыбыҙ Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы Моратшина, Рәмилә Фәйзулла ҡыҙы Зәйнуллина, Асия Әхсән ҡыҙы Сәлимова, Фәнилә Ишбулды ҡыҙы Мөхәмәҙиева, Рәмилә Сәғит ҡыҙы Ғәбиҙуллина, Зимфира Әхәт ҡыҙы Ғәйнанова, Минзилә Йәғәфәр ҡыҙы Фирсова, Лариса Мәһәҙи ҡыҙы Шәфиева, Флүзә Мортаза ҡыҙы Латыпова, Ләйлә Бәхтегәрәй ҡыҙы Ноғоманова, Рәбиға Яҡуп ҡыҙы Шәфиеваларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡулығыҙҙан һөйөнөп йәшәгеҙ!
Шулай уҡ самауыр ҡайнатып өлгөртөп торған егеттәребеҙ Руслан Зариф улы Әбсәләмовҡа, Фәнир Фәрит улы Зәйнетдиновҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ.