«Минең ғаиләм, минең шәжәрәм»
Ғүмәр ауылы мәҙәниәт йортонда «Минең ғаиләм, минең шәжәрәм» исемле танып белеү сәғәте үтте. Һәр кеше үҙ ғаиләһенә генә түгел, үҙ нәҫеленә лә ҡарай. Ғаилә составы һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, шулай уҡ һәр ғаилә ағзаһының бурыстары һәм уның туғандары менән бәйләнеше, ғаилә йолалары тураһында һөйләштек. Осрашыу барышында балалар шәжәрә һәм шәжәрә ағасының нимә икәнен белде, ғаилә ағзаларының, олатай-өләсәйҙәренең исемдәрен иҫкә алып, үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөнө.
Сығанаҡ: Ғүмәр ауылы мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәрҙәге төркөмө https://vk.com/club166384807?w=wall-166384807_1200