“Һүнмәҫ мөхәббәт” халыҡ күңелендә.
Ошо көндәрҙә шағирә, яҙыусы Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 103 йыл тулды. Этҡол ауыл күп функциялы клубында билдәле шәғирәнең ижадына арнап әҙәби уҡыуҙар ойошторолдо.
Рәйсә Нәбиуллина, Әминә Заһиҙуллина, Гүзәл Ғильванова, Әхтәм Ғильвановтар – әҙибәнең әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр. Видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалған яҙмалар бик күп ыңғай комментарийҙар һәм лайктар йыйҙы.
Ысынлап та, шағирәнең ижады күп яҡлы. Уның ижадында сағылған рухи ныҡлыҡ – йәшәү рәүеше, тормошоноң нигеҙе. Ауыр ваҡыттарҙа ул донъяға, кешеләргә ышанысын юғалтмай. Ерҙәге матурлыҡты тик үҙенсә күрә, үҙенсә ишетә. Уның тыуған иленә, тәбиғәткә, туған телгә булған мөхәббәте шиғырҙарында сағыла.