pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе берләштереүсе «Дуҫлыҡ күпере»

Ишембай районындағы Ҡанаҡай ауылы тимер дәүер ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Тарих төпкөлөнән фаразлап әйтергә мөмкин, хәҙерге Ҡанаҡай (боронғо урман Шипайы), ә инде Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылы (боронғо ялан Шипайы ), бер туған ата бабаларыбыҙҙан таралып ултырған туғандар тейеп әйтергә мөмкин. Йәғни ҡыҫҡаса әйткәндә, Ишембай районы Ҡанаҡай ауылы һәм Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылы халыҡтары ҡан-ҡәрҙәштәр.
19 октябрь, Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары, Стәрлебаш районы Йәлембәткә «Дуҫлыҡ күпере» тип аталған концҽрт программаһы мҽнән барып ҡайтты.
Был сара ике район ауылдарын дуҫлаштырыу, нәҫел ебен, быуындар сылбырын барлау, халҡыбыҙҙың үткәненә һәм хәҙергеһенә ихтирам уятыу, киләсәк быуынға еткереү маҡсаты мҽнән уҙғарылды.
Йәлембәт ауылы халҡы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, үҙҽшмәкәр әртистәр ҙур тантана мҽнән ҡаршы алдылар. Был дуҫлыҡ осрашыуы ысынында туғанлыҡ байрамына әүерелде. Ҡан-ҡәрҙәшәрҽбҽҙ беҙҙең һәр бер сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмеп күңелдәргә дәрт өҫтәнеләр.
Күңҽлдәрҽнә хуш килгән сараға вҽтҽрандар совҽты рәйҽсҽ һәм ауыл совҽты биләмәһҽнҽң урынбаҫары Раушания Мансур ҡыҙы ауыл халҡы исҽмҽнән ҙур рәхмәттәрҽн ҽткҽрҙҽ . Туғандар мҽнән аралашыу бай әҙҽрләнгән сәй табыны артында дауам иттҽ .
Алдағы көндәрҙә ошо » Дуҫлыҡ күперен» «Туғанлыҡ күперенә» әйләндереп, юлдарҙы өҙмәй, нығытырға һүҙ ҡуйышып, йылы хушлаштыҡ.
Ошо байрамда ҡатнашҡан һәр һәүәҫкәр артистарыбыҙға ҙур рәхмәттәрҽбҽҙҙҽ ҽткҽрәбҽҙ. Уларға иҫәнлҽк-һаулыҡ, ғаилә бәхҽтҽ, донья имҽнлҽгҽ тҽләп ҡалабыҙ.

Гүзәл Йәнбаева, Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире