pushkarta
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: СБ,ВС

Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда «Ҡоймаҡ байрамы» үтте

15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Байрамды билдәләү өсөн Әхмәр ауылының мәҙәниәт йортонда милли ризығыбыҙ — ҡоймаҡ байрамы ойошторолдо. Табында төрлө ҡоймаҡ төрҙәре бар ине: әсе, сөсө, йоҡа, ҡалын, тары ҡоймағы, бауыр ҡоймағы, эремсекле ҡоймаҡ, ит уралған ҡоймаҡ, бәрәңге ҡыҫтырылған ҡоймаҡ һәм башҡа күп төрлө ризыҡтар. Һәр кемдең үҙ рецепты, үҙ сере бар.
Байрамда ҡатнашыусылар бер-береһе менән үҙҙәренең ҡоймаҡ рецепттары менән бүлешеп, матур теләктәр әйтештеләр. Ҡунаҡтарҙың килеүе менән табында ҡоймаҡтар әҙерләнде. Ҡоймаҡтың төрлө төрҙәре, әсеһе һәм сөсөһө, күпергәне мамыҡ кеүек, табынды биҙәп торҙо. Ҡоймаҡ менән табын йыйыу — элек-электән килгән йола, һәм бергәләп ашағанда ул бигерәк тә тәмле була.
Байрам аҙағында самауыр сәйе янында бергәләп сәй эсеү бик күңелле булды. Ҡоймаҡтарҙың тәме телде йоторлоҡ ине. Беҙ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ. Улар – ғаиләләре өсөн терәк-таяныс, усаҡтарын дөрләтеүсе, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләгән, һәр ваҡыт эшкә өлгөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар.
Байрамды билдәләү – ауылдың рухын күтәреү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен һәм тырышлығын баһалау мөмкинлеге. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ!

Минзилә  Муллагильдина, Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире