Этҡолдар ҡаҙ өмәһе ойошторҙо
Этҡол ауылының Рәйсә һәм Хәмит Нәбиуллиндар ғаиләһендә Этҡол күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре өйрәк өмәһе ойошторҙо. Уңған хужалар ике тиҫтәнән ашыу өйрәк үҫтереп һимерткәндәр. Өмәлә хужаларҙың туғандары, күрше-тирә ихлас ҡатнашты. Йола буйынса, еңел ҡуллы ҡош-ҡорт һуйыусыһы хужа кеше Хәмит булды. Егәрле өмәсе ҡатын-ҡыҙҙар өйрәктәрҙе йәһәт эш итеп ҡаҙанға һалып та ебәрҙеләр. Уйынлы-ысынлы шаяртыуҙар, изге ырымдар менән үрелеп барған был өмә күңелле үтеп китте. Хужабикәнең апаһы Райхана апай ҡош-ҡортҡа ҡағылышлы төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр һәм ырымдар менән таныштырҙы.
Ә кискә өмәселәрҙе мул өлөштәр һалынған һыйлы табын көтә ине. Оҫта хужабикә Рәйсә табынына төрлө — төрлө ризыҡтарын бешереп тә ҡуйған. Киләһе йылда ла малдары, ҡош-ҡорттары уңһын, доньялар имен торһон!
Сығанаҡ: Этҡол ауылы күп функциялы үҙәге төркөмөнән https://vk.com/itkulovskyclub?w=wall-100714983_5778